Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап"нәшриәтенә быйыл 100 йыл тула. Шул уңай менән Башҡортостан Яҙыусылар союзы "Бүләккә - 100 китап!" тигән акция иғлан итә.
Был сараға иң тәүҙә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары ҡушылды. Артабан уҡыусылар менән осрашыуҙарға яҙыусылар, шағирҙар, авторҙар йәлеп ителәсәк. Теләге булған һәр кем был акцияла ҡатнаша ала. Уның өсөн кемгәлер китап бүләк итеүегеҙҙе фотоға төшөрөргә һәм яҙманың аҫтында #Башҡортостан_Яҙыусылар_союзы#Союз_писателей_Башкортостана #Бүләккә_100_китап #100_книг_в_подарокхештегтарын беркетергә генә кәрәк!