Күптән түгел Яҙыусылар союзы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн проза әҫәрҙәренә конкурс иғлан иткәйне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был бәйге билдәле яҙыусы һәм шағирә Гүзәл Ситдиҡованың ярҙамы менән башланғыс алғайны. Үҙе лайыҡ булған Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы өсөн тапшырылған 100 мең һумды ул тулыһынса ошо изге маҡсатҡа йүнәлтте.
Конкурс киләһе йылдың 1 февраленә тиклем дауам итә. Унда ҡатнашыусылар өсөн йәш буйынса бер ниндәй сикләү ҙә юҡ. Йәғни яңы ҡулына ҡәләм алған үҫмер ҙә, ил ағаһы менән ил инәһе лә берҙәй ҡатнаша аласаҡ.
Әҫәрҙәрҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзының адресына йә Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. һылтанмаһы буйынса электрон почтаға һалырға кәрәк. Жюри еңеүселәрҙе март айында билдәләйәсәк. Уның һөҙөмтәһендә конкурста еңеүселәр бер 1-се, бер 2-се һәм бер 3-сө урын менән билдәләнәсәк, барыһы ла аҡсалата бүләкләнәсәк. Әйткәндәй, ижади бәйгенең тулы положениеһы менән Яҙыусылар союзының сайтында таныша алаһығыҙ.
Бәйге шарты– әҫәрҙәр ошоғаса баҫылмаған булырға тейеш. Әлбиттә, повесть һәм роман кеүек жанрҙарға өҫтөнлөк биреләсәк. Нәфис-документаль, фәнни-популяр әҫәрҙәр ҙә конкурста ҡатнашыу хоҡуғына эйә.