Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан иғлан ителгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн проза әҫәрҙәре бәйгеһенә йомғаҡ яһалды

Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан иғлан ителгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн проза әҫәрҙәре бәйгеһенә йомғаҡ яһалды

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Яҙыусылар союзы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн проза әҫәрҙәренә конкурс иғлан иткәйне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  был бәйге билдәле яҙыусы һәм шағирә Гүзәл Ситдиҡованың ярҙамы менән башланғыс алғайны. Үҙе лайыҡ булған Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы өсөн тапшырылған 100 мең һумды ул тулыһынса ошо изге маҡсатҡа йүнәлтте.

Конкурс  ағымдағы йылдың 1 февраленә тиклем дауам итте. Унда ҡатнашыусылар өсөн йәш буйынса бер ниндәй сикләү ҙә юҡ ине, йәғни яңы ҡулына ҡәләм алған үҫмер ҙә, ил ағаһы менән ил инәһе лә берҙәй ҡатнаша алды.

Ошо көндәрҙә генә "ҺӘҘИӘ" тип аталған үҫмерҙәр өсөн күләмле проза әҫәрҙәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурста танылған яҙыусылар менән бер рәттән әлегәсә исемдәре күренмәгән авторҙар ҙа ҡатнашты.
Еңеүселәр  27 мартта Бөрө ҡалаһындаүткәреләсәк яҙыусыға арналған ғилми-ғәмәли конференцияла тапшырыласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb