Кисә, 27 сентябрь көнө, Башҡортостан яҙыусылар союзында Таңсулпан Ғарипованың 70 йәшлек юбилейына арналған әҙәби—музыкаль кисә үтте.
Сара башында экранда юбилярҙың тормошо һәм ижады хаҡында слайдтар күрһәтелде.
Таңсулпан Ғарипованы ҡотларға әҙибәнең ҡәләмдәштәре, уҡыусылары, дуҫтары килгәйне. Улар бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелеп, юбилярға теләктәрен еткерҙе.
Ҡунаҡтар араһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Рәнис Алтынбаев, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова булды. Сараны ойоштороусы Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Моратова, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев та Таңсулпан Хизбулла ҡыҙына йылы теләктәрен еткерҙе.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назарҙан һуң ҡотларға матбуғат хеҙмәткәрҙәре сыҡты. Рәлиф Кинйәбаев, Тамара Искәндәриә, Мөнир Ҡунафин, Гөлназ Ҡолһарина, Рәшиҙә Мәһәҙиева һ.б. юбилярҙың журналистикаға индергән өлөшө хаҡында әйтте.
З.Биишева исемендәге БР “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов һәм баш мөхәррир Зөлфиә Ҡарабаева Т.Ғарипованы ҡотлап, уның яңы ғына донъя күргән китабын бүләк итте.
Шулай уҡ яҙыусылар Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Ринат Камал, Сабир Шәрипов, Миңлегөл Хисамова, Флүр Ғәлимов, Әхмәр Үтәбай һ.б. юбилярға йылы теләктәрен, ҡотлау сәләмдәрен тапшырҙы.
Студенттар исеменән Башҡорт дәүләт университетының “Шоңҡар”, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Тулҡын” әҙәби ижад берекмәләре старосталары Заһит Ғүмәров һәм Айбулат Сисәнбаевтар сығыш яһаны.
Сара барышында Таңсулпан Ғарипова һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар яңғыраны, уның әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде.