Башҡортостан Яҙыусылар союзында яҙыусы Әсләм Арыҫлановтың 80 йәшлек юбилей кисәһе үтте

Башҡортостан Яҙыусылар союзында яҙыусы Әсләм Арыҫлановтың 80 йәшлек юбилей кисәһе үтте

Башҡортостан Яҙыусылар союзында тыуған  яҡты өйрәнеүсе яҙыусы, публицист Әсләм Арыҫлановтың 80 йәшлек юбилей кисәһе үтте. Әҙипте ҡотларға ҡәләмдәштәре, яҡташтары, йәш быуын килгән ине.

Тәүҙә юбилярҙы Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев тәбрикләне һәм уға министрлыҡтың Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин әҙиптең ижадына байҡау яһаны һәм бөтә ҡәләмдәштәре исеменән ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Шулай уҡ танылған яҙыусылар һәм шағирҙар Наил Ғәйетбай, Марсель Сәлимов, Ринат Камал, Лариса Абдуллина, Леонид Соколов, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының өлкән уҡытыусыһы Азалия Ҡурамшина һәм башҡалар бик йылы итеп Әсләм Ислам улы тураһында телмәр тотто.

Өлкән ҡәләмдәшебеҙ үҙ сиратында Яҙыусылар союзына Салауат Юлаевтың скульптураһын бүләк итте. Әлбиттә, юбилей кисәһе йыр-моң менән сорналып барҙы. Һәр кем был күркәм саранан күтәренке кәйеф һәм шат күңел менән таралышты.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb