Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Профили» тигән яңы программа старт ала. Документаль телевизион очерктар шәлкемен халыҡ-ара телевизион фестивалдәр лауреаты, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Тамыр» балалар телерадиостудияһы алып барыусыһы һәм режиссеры Гөлназ Ғәлимуллина тәҡдим итә.
Журналист һүҙҙәренсә, уның яңы шәлкемендә барыһы ла буласаҡ, «әммә геройҙарҙы бер нәмә берләштерәсәк – тормоштағы көрәш һәм тормош өсөн көрәш».
Донъя кимәлендәге спортсылар һәм ябай мәктәп уҡыусыһы, үлемесле сирҙе еңеп сығыусылар, ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу өсөн барыһын да эшләүсе табиптар – был «Профили» проекты геройҙарының тулы булмаған исемлеге.
21 октябрҙән программа йома һайын 21.00 сәғәттә эфирға сығасаҡ.
автор: Сергей Захаров
«Башинформ» ИА алынды