"Евразия йөрәге" фестивале сиктәрендә Өфөлә Башҡортостан ҡурайсылары союзының IV съезы үтте. Сарала Рәсәй ҡурайсыларын берләштереүсе ойошма булдырыу, шулай уҡ "Ҡурай йорто" кәрәклеге тураһында фекерҙәр хупланды.
Башҡортостанда бөгөнгө көндә меңдән ашыу «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемен йөрөткән үҙешмәкәр ижади коллективтар бар, шуларҙың 32-һе ҡурайсылар ансамбле. Улар үҙҙәренең оҫталығын төрлө конкурстарҙа һынап ҡарап, репертуарын байытыу өҫтөндә йылдам эшләй. Музыка мәктәптәрендә генә меңгә яҡын бала ҡурайҙа уйнау серҙәренә төшөнә, шулай уҡ думбыра, ҡыл-ҡумыҙ буйынса ла дәрестәргә йөрөүселәр ҙә күп. Башҡорт милли ҡоралдарын өйрәнеү училище-колледжарҙа ла йәнле ойошторолған. Шулай ҙа сираттағы съезда белгестәргә ҡытлыҡ мәсьәләһе күтәрелде.
Милли ҡоралды үҫтереүгә арналған йыйында 100-ҙән артыҡ кеше ҡатнашты, сара аҙағында резолюция төҙөлдө.