Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Башҡортостан ҡыҙы — Японияның симфоник оркестры артисткаһы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 14 октябрь 2016
Башҡортостан ҡыҙы — Японияның симфоник оркестры артисткаһы
Виолончелдә уйнаусы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Элина Фәсхетдинова — Японияла Йәштәр симфоник оркестры артисткаһы. Мәскәү дәүләт консерваторияһын тамамлағандан һуң Элина Японияның Осаки ҡалаһына юллана һәм унда яңы йәш коллективҡа тыңлауҙар үтә. Музыкант әйтеүенсә, оркестрҙың яртыһы япондарҙан тора, ҡалғандары — төрлө милләт вәкилдәре. Коллектив йыш сығыш яһай, Япония ҡалалары буйлап гастролдәргә сыға.
«Ҡайһы берҙә мин концертмейстер булып эшләйем, күберәк Вена һәм Берлин филармонияларынан концертмейстерҙар килә, улар оҫталыҡ дәрестәре үткәрә һәм белемдәре менән уртаҡлаша. Бында бик ҡыҙыҡ, Европа һәм Америка музыканттарын тыңларға мөмкин», — тип һөйләне Элина.
Элина Фәсхетдинова — республикала билдәле мәҙәни династияны дауам итеүсе. Уның олатаһы — танылған баянсы, республиканың халыҡ артисы Редик Фәсхетдинов, әсәһе — виолончелдә уйнаусы, уҡытыусы, Урта махсус музыка колледжы ансамбле етәксеһе Лариса Фәсхетдинова.
Элина Өфөлә Урта махсус музыка колледжында атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марк Афанасьев класында уҡый башлай. 2009 йылда П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы янындағы Үҙәк музыка мәктәбен тамамлай. П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы ассистенты-стажеры һәм Е.Светланов исемендәге дәүләт академия симфоник оркестры артисткаһы була. Халыҡ-ара конкурстар лауреаты.
Ләйлә Аралбаева
Тулыһынса уҡырға:
http://bashinform.ru/bash/907986/#ixzz4N2Syrwhl
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө