Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында башҡорт телендә «Журнал биттәре буйлап» һанлы аудиойыйынтығы сыҡты. Йыйынтыҡ «Ағиҙел» әҙәби-публицистик журналының 100 йыллыҡ юбилейына арналған.
"Аудиойыйынтыҡ флешкарталарҙа донъя күрҙе, уға 2011-2022 йылдарҙағы һандарҙан һайланып алынған бүлектәр ингән. Бөтәһе 520 сәғәтлек аудиояҙма тупланды", - тип һөйләне Һуҡырҙар өсөн китапхананың матбуғат секретары Олег Кушнерук.
«Ағиҙел» журналы биттәрендә Башҡортостан яҙыусыларының яңы әҫәрҙәре һәм ғалимдарҙың әҙәбиәт ғилеме буйынса хеҙмәттәре менән бер рәттән республиканың сәйәси, социаль һәм иҡтисади хәле, фән, мәҙәниәт, мәғариф үҫеше тураһында мәҡәләләр даими баҫылып тора.
Техник эшкәртеү процесынан һуң «һөйләүсе» китаптар Өфөлә һәм республика ҡалаларында һуҡырҙар өсөн махсус китапханалар фондына тапшырыласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Ағиҙел» журналының юбилей кисәһе уҙа. Унда башҡорт эстрадаһының билдәле артистары ҡатнаша. Сара киске сәғәт 7-лә башлана. Инеү бушлай.