«Башҡортостан әҙәбиәт мәктәбе» проекты республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы тарафынан Рәсәй Президенты грантына ашырылған проект

«Башҡортостан әҙәбиәт мәктәбе» проекты республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы тарафынан Рәсәй Президенты грантына ашырылған проект

«Башҡортостан әҙәбиәт мәктәбе» проекты республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы тарафынан Рәсәй Президенты грантына ғинуар айынан тормошҡа ашырыла башлағайны. Уның барышында күп район, ҡалаларҙа осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, ижади семинарҙар ойошторолдо. Билдәле яҙыусылар, студенттар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында үткән сараларҙа бөгөнгө заман әҙәбиәте, яҙыусылар союзы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләшеүҙәр алып барылды, һәр кем ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды.

– Әҙәбиәт мәктәбенә 14 йәштән 25 йәшкәсә ижадсылар­ҙың 100-ҙән ашыу ҡулъяҙмаһы ҡабул ителде. Улар араһында шиғыр, проза, әкиәт, хатта публицистик әҫәрҙәр ҙә булыуы ҡыуандыра. Роман тип билдәләнгән яҙмалар ҙа бар ине. Башҡорт, урыҫ һәм татар телдәрендә килгән ижади эштәр Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбай, Миләүшә Ҡаһарманова, Сергей Янаки, Илдус Фазлетдинов, Леонид Соколов кеүек танылған әҙип, шағир­ҙар тарафынан тикшерелеп баһаланды, – ти Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин.

Әле октябрь башында «Баш­ҡортостан әҙәбиәт мәктәбе» проектына йомғаҡ яһалып, 30 йәш ижадсы еңеүсе тип билдәләнде. Улар ике көн дауамында күренекле яҙыусы, шағирҙар ойошторған оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге алды, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә булып, китап нәшер итеү серҙәре менән танышты.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ залында үтте. Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев проект тураһында йомғаҡлау һүҙҙәрен әйткәс, йәш ижадсыларҙың эштәрен баһалаусылар, башҡорт баҫмалары мөхәррирҙәре ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Матур сараны университет студенттарының сағыу сығыштары ла биҙәне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb