Башҡортостанда 50 кешенән күберәк халыҡ йыйылған бөтә саралар ҙә кисектерелә һәм бөтә кинотеатрҙар ябыла

Башҡортостанда 50 кешенән күберәк халыҡ йыйылған бөтә саралар ҙә кисектерелә һәм бөтә кинотеатрҙар ябыла

Бөгөн, 23 мартта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн республиканың барлыҡ төбәктәренә 23 марттан бөтә кинотетарҙарҙы ябырға тәҡдим итте. Был турала Радий Хәбиров хөкүмәттә уҙған  оператив штаб ултырышында белдерҙе.

Әйткәндәй, бынан алда Мәҙәниәт министрлығы Рәсәй биләмәһендә музейҙар, театрҙар, филармониялар, цирктар һәм башҡа сәнғәт урындары өсөн ошондай сикләүҙәр индерҙе. Шуға бәйле донъяның барлыҡ мәҙәниәт усаҡтары онлайн-трансляцияға күсә.

«Бөгөн 14.00 сәғәттәң һуң республикала бөтә кинотеатрҙар ябыҡ булырға тейеш», – тине Башҡортостан Башлығы.

Һәм дә 50 кешенән күберәк халыҡ йыйылған бөтә саралар ҙә кисектерелә.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-bashkortostane-otmenyayut-meropriyatiya-s-kolichestvom-uchastnikov-bolee-50-chelovek-i-zakryvayut-kinoteatry

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb