Башҡортостанда Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе үтә

Башҡортостанда Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе үтә

Ағымдағы йылдың 1 мартынан алып 1 июнгә ҡәҙәр республикала Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе үтәсәк. Бәйгенең маҡсаты: халыҡ ауыҙ-тел ижадын пропагандалау, сәсәнлек мәктәбен ҡабаттан тергеҙеү,сәсәндәр ижадына һөйөү тәрбиәләү.
Шарттары:
– конкурс йәш буйынса сикләнмәй, сәсәнлек һәләте булған һәр кем ҡатнашыу хоҡуғына эйә. 
– ҡатнашыусы мотлаҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын, эпостарҙы яҡшы белергә тейеш.
– уй-фекерҙәрҙе, хис-тойғоларҙы, ҡараштарҙы мөмкин тиклем сәсәндәр эш иткән жанрҙарҙа (эпос, ҡобайыр, иртәк, бәйет, йыр, әйтеш һ.б.) бәйән ителә.
– бәйге Интернет селтәрендә - «БӘЙЛӘНЕШТӘ» (В КОНТАКТЕ) “Байыҡ Айҙар сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе-2018” төркөмөндә барасаҡ. Иң ҡыҙыҡлы, актуаль темаларҙы сағылдырған эштәр йыл әйләнәһенә «Шоңҡар» журналы биттәрендә донъя күрәсәк. Бәйге II этапта үтә.
I этапта бөтә конкурсанттар ҙа ҡатнаша. Бәйгесе төркөмдә тәҡдим ителгән темалар эсендэ ижад итә. 
Март, апрель айҙарында - икешәр, май айында бер тема бирелә. Һәр темаға яуапты үҙ ваҡытында яҙыу кәрәк.
– Һәр темаға ижад итеүселәрҙе жюри ныҡлы иғтибарға аласаҡ.
– Ҡатнашыусы һәр темаға ике-өс сәсәнлек эшен ебәрә ала.
– Интернет селтәрендә күп лайктар йыйыусы бәйгесе-сәсәндәр II этапҡа үтә. Шулай уҡ жюри II этапҡа айырым ижадсыларҙы һайлап ала. Бәйгеселәр 12 июнь Ишембай районы Торатау итәгендә үткән сара сиктәрендә “Әйтеш”тә көс һынаша. Еңеүсе 12 июнь Торатау итәгендә үтәсәк әйтештә асыҡлана. Унда жюри Байыҡ Айҙар сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе еңеүсеһен билдәләйәсәк. Еңеүселәр иҫтәлекле приздар менән бүләкләнә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb