Башҡортостандың Ғафури районында "Бал байрамы" республика фестивале - бренд сараһы үтте. Райондың бөтә умартасылары ла ҡатнашты. Татлы ризыҡтар һатып алыусылар райондан ғына түгел, Өфөнән һәм Түбәнге Новгородтан да килгәйне.
Ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим ителде: тотош бүрәнәнән яһалған солоҡто соҡоп алыу, рамдар эшләү һәм балауыҙҙан һәм прополисты нығытыу, кәрәҙле балды асыу, шифалы крем эшләү һ.б.
Сағыу фотозона - бал ҡорто муляжы, декоратив етен, баллы сәскәләр - популяр урын булды.