Башҡортостанда башҡорт милли кейемен тегеүсе оҫталар араһында «Тамға» конкурсы ойоштороласаҡ

Башҡортостанда башҡорт милли кейемен тегеүсе оҫталар араһында «Тамға» конкурсы ойоштороласаҡ

Башҡортостанда башҡорт милли кейемен тегеүсе оҫталар араһында «Тамға» халыҡ-ара конкурсы ойоштороласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Халыҡтың үҙенсәлекле мәҙәниәтенең сағылышы булараҡ милли кейем» түңәрәк өҫтәлендә хәбәр итте. Форум БР милли музейында Милли кейем көнө саралары сиктәрендә уҙҙы.

Конкурстың маҡсаты — халыҡ традицияларын һаҡлау, милли кейемде пропагандалау һәм башҡорт миллли кейеменә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Конкурс «Башҡорт милли кейеме» брендын булдырыу, башҡорт милли кейемен тегеү өлкәһендәге һәләтле оҫталарҙы асыҡлау һәм ярҙам күрһәтеү, халыҡта башҡорттарҙың милли кейеме традицияларын өйрәнеүгә, һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу талаптарына яуап бирә.

Конкурс йыл һайын уҙғарыласаҡ. Унда биш номинация була, уларҙа 18 йәштән өлкән оҫталар, костюмдар буйынса рәссамдар, башҡорт милли кейеме дизайнерҙары ҡатнаша ала.

Тәүге конкурсҡа йомғаҡ 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөндә яһарға планлаштырыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb