Башҡортостанда башҡорт милли кейемен һаҡлау мәсьәләләрен тикшерәләр

Башҡортостанда башҡорт милли кейемен һаҡлау мәсьәләләрен тикшерәләр

25 июндә 11 сәғәттә «Рәсәй төбәктәрендә башҡорт милли кейемен һаҡлап ҡалыу»  темаһына түңәрәк өҫтәл үтә. Сара онлайн форматта ZOOM платформаһында буласаҡ.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыу өсөн Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Свердлов өлкәләренән, Пермь крайынан этнографтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе белгестәр саҡырыла.

Доклад менән сығыш яһарға йә конференцияны тыңларға теләүселәр электрон почтаға «Түңәрәк өҫтәл» темаһы менән заявка ебәрергә тейеш. Конференцияға инеү өсөн һылтанма һәм пароль заявкала күрһәтелгән телефон номерына ебәреләсәк.

Түңәрәк өҫтәлде ойоштороусылар – БР мәҙәниәт министрлығы, БР милли музейы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb