Башҡортостанда башҡорт шағиры Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр

Башҡортостанда башҡорт шағиры Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда танылған башҡорт шағиры һәм журналист Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр.

Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы, ойоштороу комитеты составы һәм юбилей сараларын үткәреү планы раҫланған. 

Юбилей тантаналары 2018 йылдың октябрендә Өфөлә һәм Ишембай районында ойошторола.

Өфөләге урамдарҙың береһенә Яҡуп Ҡолмойҙоң исеме бирелә.

Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында шағир тыуып үҫкән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйыу күҙаллана.

«Китап» нәшриәтендә Яҡуп Ҡолмойҙоң һайланма әҫәрҙәре донъя күрергә тейеш. Шағирҙың 100 йыллығына Башҡортостандың Милли әҙәби музейы һәм республиканың Милли китапханаһы юбилей күргәҙмәләрен әҙерләй.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb