БР «Башҡортостан» ТРК ДУП Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына «Башҡортостан Республикаһы һуғыш йылдарында. 75 билдәһеҙ факт» акцияһын башлай.
3 февралдән bash.news сайтында һәр теләгән кеше анкета тултырып, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда республика тормошо менән бәйле билдәһеҙ йәки әҙ билдәле факттарҙы еткерә ала.
Акция бер нисә этапта үтә: 3 февралдән 20 апрелгә тиклем сайттағы анкетаны тултырып, билдәһеҙ фактты яҙып ебәрергә кәрәк, 4 майға тиклем алынған мәғлүмәттәрҙе эксперт комиссияһы эшкәртәсәк. Комиссияға тарихсылар, журналистар һәм республика йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инә. Һөҙөмтәлә эксперттар 75 иң ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле тарихи факттарҙың исемлеген төҙөй.
Иң сағыу тарихтар хаҡында тамашасылар 9 майҙа БЮТ каналында тура эфирҙа телемарафон барышында беләсәк. Бынан тыш һәр теләгән кеше билдәләнгән факттарҙы артабан өйрәнә ала. Сөнки bash.news рәсми сайтында комиссия төҙөгән исемлек кенә түгел, тамашасылар ебәргән һәр факт урын аласаҡ.