Башҡортостанда Альберт һәм Хаят Исмәғилевтар авторлығында “Беҙ башҡортлар” йырына яңы клип донъя күрҙе.
Йыр төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында башҡарыла. Йырға республиканың төрлө төбәкетәренән билдәле сәнғәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡушыла.
Клиптың идеяһышунда: төрлө йәштәге һәм төрлө ҡыҙыҡһыныуы булған кешеләр үҙенең ырыуының тарихын өйрәнеүҙә бер иш мауыға ала. Ниндәй телдә, диалекта һөйләшмәһен, башҡорттар тап ошо эштә берҙәм халыҡ булып берләшә. Клипты Башҡортостан картаһын мозаика һымаҡ йыйған картина тамамлай.