Бөгөн кис Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә “Бөйөк бас” концертында булды. Сара Фёдор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы байрам итеү йылын рәсми асыуға арналды.
Данлыҡлы опера артисы Фёдор Иванович Шаляпин 1873 йылдың 13 февралендә Ҡазанда тыуған. Ул рус йырсылары араһында беренсе булып донъя кимәлендә танылыу яулаған. Төрлө йылдарҙа Ҙур һәм Мария театрҙары, шулай уҡ “Метрополитен Опера” солисы була. Шаляпин тәүге тапҡыр опера йырсыһы булараҡ 1890 йылдың 18 декабрендә Өфөлә сығыш яһай. Ул Өфөлә ҡала театры сәхнәһендә Станислав Монюшконың “Галька” операһында Стольниктың соло партияһын башҡара. Тап Өфөлә Шаляпин тәүге театр оҫталығы дәрестәрен ала.
Төбәк етәксеһе юбилей концертында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне.
– Фёдор Иванович Шаляпин – үҙенсәлекле яҙмышлы кеше, иҫ киткес талантлы башҡарыусы. Ул ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән, Өфөгә йәш малай ғына булып килгән. Беҙ, Башҡортостан халҡы, бөйөк рус басының ижад юлын нәҡ ошонда, иҫ киткес ҡалабыҙҙа башлауы менән ғорурланабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ Өфөлә бөйөк йырсы хаҡында хәтерҙе һаҡлау өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Театр ҡаршыһында Фёдор Шаляпинға һәйкәл ҡуйылған, Сәнғәт институтының концерт залы уның исемен йөрөтә. Тиҙҙән Федор Шаляпин исемендәге Музыка музейы асыласаҡ.
Башҡортостан Башлығы рәсми рәүештә республикала Фёдор Шаляпин йылын асты. Уның сиктәрендә йырсы иҫтәлегенә арналған саралар - концерттар һәм спектаклдәр, вокал буйынса конкурстары, музыкаль кисәләр, күргәҙмәләр уҙасаҡ.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының һәм Рәсәйҙең алдынғы театрҙарының бас тауышҡа эйә булған артистары ҡасандыр Фёдор Шаляпиндың репертуарына ингән арияларҙы һәм йырҙарҙы башҡарҙы.