Башҡортостанда Гөлнур Яҡупованың китабы Брайль шрифты менән баҫылды

Башҡортостанда Гөлнур Яҡупованың китабы Брайль шрифты менән баҫылды

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһының тифлонәшриәт бүлегендә Гөлнур Яҡупованың «Йыртҡыс ҡаны» исемле китабы донъя күрҙе. Әҫәр Брайлдең рельеф-нөктә шрифты менән башҡорт телендә ике китапта баҫылған.

Билдәле башҡорт яҙыусыһы Гөлнур Яҡупованың повесында ауыр һынауҙар аша үткән ҡатын-ҡыҙ - Һәҙиәнең ғәҙәти булмаған яҙмышы хаҡында бәйән ителә. Яуыз кешеләрҙән ҡасып, ул Урал тауҙары хужаһы - айыуҙан яҡлау таба...

Техник эшкәртеү процесынан һуң китап Өфө ҡалаһындағы махсус китапхана фондына һәм уның филиалдарына ебәрелә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb