Башҡортостанда Халыҡ-ара милли кейем тегеү оҫталары конкурсы үтә

Башҡортостанда Халыҡ-ара милли кейем тегеү оҫталары конкурсы үтә

Башҡорт мили кейемен популярлаштырыу, уны һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү маҡсатында республикала башҡорт милли кейемен тегеүсе оҫталар араһында «Тамға» халыҡ-ара конкурсы ойошторола.

Конкурстың маҡсаты — халыҡ традицияларын һаҡлау, милли кейемде пропагандалау һәм башҡорт миллли кейеменә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Конкурс «Башҡорт милли кейеме» брендын булдырыу, башҡорт милли кейемен тегеү өлкәһендәге һәләтле оҫталарҙы асыҡлау һәм ярҙам күрһәтеү, халыҡта башҡорттарҙың милли кейеме традицияларын өйрәнеүгә, һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу талаптарына яуап бирә.

Ижади ярышта ҡатнашыусылар башҡорт милли кейеме, заманса кейем, балалар костюмы, милли биҙәүестәр номинацияһында көс һынаша. уларҙа 18 йәштән өлкән оҫталар, костюмдар буйынса рәссамдар, башҡорт милли кейеме дизайнерҙары ҡатнаша ала“Тамға” бәйгеһе еңеүсеһенә 300 мең һум аҡса тапшырыласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb