Башҡортостанда «Ике аҡҡош» музыкаль конкурсы үтә

Башҡортостанда «Ике аҡҡош» музыкаль конкурсы үтә

Башҡортостанда легендар йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева һәм талантлы композитор, музыкант Бәхти Ғайсиндың иҫтәлегенә «Ике аҡҡош» республика музыкаль конкурс-фестивале үтә.

 Фестивалдең бурыстары һәм маҡсаттары булып Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсиндың рухи мираҫын һаҡлап ҡалыу, музыкаль йыр ижадын пропагандалау, халыҡсан башҡарыу традицияларын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, милли йырҙарҙы башҡарыусы йәш таланттарҙы асыҡлау, толерантлы конфессия-ара һәм этник мөнәсәбәттәрҙе, халыҡтар дуҫлығын нығытыу тора.

Бәйге ике номинация буйынса үтә: вокал һәм баян. Беренсеһендә конкурста ҡатнашыусылар Фәриҙә Ҡудашеваның репертуарынан халыҡ йырҙарын йәки заманса музыка әҫәрҙәрен башҡарырға, икенсе номинация баянсы Бәхти Ғайсиндың һөнәри эшмәкәрлегенә арналған, музыканттар уның репертуарынан әҫәр башҡарырға тейеш.

Бәйге еңеүселәренең сығышын 7 декабрҙә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә күрәсәкбеҙ.

«Ике аҡҡош» конкурс-фестивале ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының  Мәҙәниәт министрлығы, БР милли-мәҙәни татар автономияһы, БР халыҡтары Ассамблеяһы һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb