Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең 100 йыллығын билдәләйҙәр

Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең 100 йыллығын билдәләйҙәр

Муса Ғайса улы Илеш райо­нының Иләк­шиҙе ауылында 1922 йылдың 9 июлендә тыу­ған. Был ауылда күп тә тормаған, ете йәше тулғас, Ташшишмә ауылына күс­кән­дәр. Ә 1937 йылда Муса күрше Бишҡурай ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай.

Илеш районында Геройҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса күп эш башҡарыл­ған. Район үҙәге Үрге Йәркәйҙә М. Гәрәев музейы, ул үҫкән Ташшишмә ауылын­да йорт-музейы бар. Үҙе уҡы­ған Бишҡурай ауылындағы мәктәп уның исемен йөрөтә. Район үҙәген­дәге кинотеатрға ла Геройҙың исеме бирелгән.

Муса Ғайса улы Башҡортостанда ғына түгел, тотош Волга буйы федераль округында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ булған берҙән-бер ҡаһарман.

Үҫмер сағында Муса Гәрәев тимер юлсы булырға хыяллана. Иптәш егете менән баш­ҡаларға өндәшмәй генә Өфөләге Тимер юл халыҡ комиссариаты техникумына документтарын ебәрә. Рус телен белмәү сәбәпле, тәүге йылда уҡырға инә алмайҙар, рабфакта тороп ҡалалар һәм телде өйрәнәләр. Киләһе йылда иһә Муса уҡырға инеүгә өлгәшә. Шул саҡта урындағы йәштәргә эйәреп, аэро­клубҡа йөрөй башлай һәм күк йөҙөнә ғашиҡ була.

1940 йылда Энгельс ҡалаһының хәрби авиация мәктәбенән уҡытыу­сылар килә һәм, йәштәрҙән имтихан алып, үҙҙәренә курсанттар һайлай. Уны истребителдәр төркө­мөнә алалар. Имтихандарҙы үткәс, Илешкә ҡайтып, был турала ата-әсәһенә әйтә, тик кире килгән саҡта поезға өлгөрмәй ҡала һәм икенсе партия менән бомбардировщиктар төркө­мөнә китә. Уҡый ғына башла­ғас, һуғыш башлана. Уны тиҙ арала штурмовикка уҡыталар һәм һуғышҡа ебәрәләр.

1942 йылдың сентябренән яуға инә ул. Был осорҙағы ҡаһарман­лыҡтары күптәргә билдәле. Шуны­һы иғтибарға лайыҡ: һуғыш ваҡы­тында һәр пилоттың үҙ уҡсыһы бул­ған. Улар икәүләп хәрби осош­тарға йөрөгән. Ҡағиҙә булараҡ, пилоттар кабинала ҡаплау­лыраҡ ултырған, ә уҡсылар асыҡ һауала күренеп торған. Һуғыш бөткәнсе пи­лоттар иҫән ҡалһа ла, улар бишәр-етешәр уҡсыны алмаштыр­ған. Ә бына Муса Гәрәев бөтә һуғышты бер уҡсы менән генә үткән. Ул Силәбе егете Александр Кирьянов булған. Яҡташыбыҙ һәр ваҡыт самолеттарҙы ла, уҡсыһын да һаҡлап йөрөткән.

Муса Ғайса улын яҡшы яҡтан күрһәткән тағы бер дәлил: уға хәрби задание буйынса тимер юлдарҙы һәм поездарҙы һөжүмгә тоторға кәрәк булған. Ул иһә, ипле кеше бу­ла­раҡ, поездың тик башын ғына, йәғни паровозын шартлатҡан, башҡа еренә теймәгән. Ошоноң өсөн уға аҙаҡ “Маҡтаулы тимер юлсы” тигән исем дә биргәндәр. Сержант булып һуғышҡа барған егетебеҙ һуғыш тамамланыуға полк штурманы булып, майор хәрби дәрәжәһенә етә.

Еңеү көнөнән һуң ул тыуған яғына йүнәлә. Бында ла уның ба­ҫалҡылығы күренә. Ул ҡайтып килгәнен бер кемгә лә хәбәр итмәй, уҡсыһы Александр Кирьянов менән бергә була. Өфөгә йүнәлгән само­летҡа ултырғас, радист уларҙың миҙалдарын күреп ҡала һәм аэро­портҡа хәбәр итә: беҙҙең менән геройҙар ҡайтып килә! Һөҙөмтәлә уларҙы ҙур делегация ҡаршы ала.

Геройҙың артабанғы тормошо ла билдәле. Ул бер килке осоуын дауам итә, хәрби булып хеҙмәт итә. 1964 йылда һаулығы насарайыу сәбәпле, отставкаға сыға. 1965 – 1977 йылдарҙа ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе вазифаһын үтәй. Башҡор­тостанда спорттың хәрби-техник төрҙәрен үҫтереүгә ҙур өлөш ин­де­рә, был ойошманы Советтар Союзындағы 47-се урындан икенсе урынға тиклем күтәрә. Оҙаҡ йылдар СССР һәм БАССР Юғары Советы депутаты була. Замандаштары уны бик кешелекле, ярҙамсыл, баҫалҡы кеше тип хәтерләй. Ул үҙе өсөн бер нимә лә һорамай, башҡаларға бул­һын тип тырыша. Ошо сифаттары өсөн уны яраталар һәм ихтирам итәләр. Герой 1987 йылдың 17 сентябрендә Өфөлә вафат була. Баш ҡаланың Еңеү паркында ерләнә.

Геройҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, Муса Гәрәевтең тыуған яғында – Бишҡурай ауыл биләмәһендә был иҫтәлекле ваҡиғаларға арналған байрам саралары үтә. Тантаналы митинг, театрлаштырылған тамаша, байрам концерты, реконструк­ция­лан­ған йорт-музейҙы асыу, халыҡ спорт уйындары төрҙәре буйынса ярыштар, авиа­торҙарҙың күрһәтмә сығыштары була. Иртәгә Өфөлә лә ҙур тантаналы саралар уҙа. Башҡортостан ДОСААФ-ы Муса Гәрәев беренсе тапҡыр осорға өйрәнгән аэродромда авиация байрамы үткәрә, унда техника һәм ҡоралдар күргәҙмәһе, авиация шоуы, парашютсылар сығышы, концерт үтәсәк, шулай уҡ Первушин аэродромында авиашоу көтөлә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb