Бөгөн -21 март Халыҡ-ара Науруз көнө тип билдәләнә. 2010 йылдан был байрам ЮНЕСКО-ның кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫтары исемлегенә индерелгән.
Республикабыҙҙа йыл һайын Науруз байрамы матур һәм бик дәртле үтә, унда теләгән һәр кем үҙ мәҙәниәтен, аш-һыуын күрһәтә, рәхәтләнеп йырлап-бейеп күңел аса.
Быйыл яҙ байрамы 25 март, шәмбе көнө Өфө ҡалаһының “Ҡашҡаҙан” ял итеү паркында үтәсәк. Ойоштороусылары: БР Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар Ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм республика милли-мәҙәни ойошмалар.
Сара һәр ваҡыттағыса төрлө милләт вәҡилдәре ҡатнашлығында үтәсәк, милли аш-һыу һәм башҡа күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.
Иран ҡояш календары буйынса тап Науруз байрамы йылдың беренсе көнө тип иҫәпләнә. Ысынлап та, тап ошо ваҡытта тәбиғәт ҡышҡы һалҡындарҙан арынып, уяна башлай, ағастар бөрөләнергә әҙерләнә, ҡоштар ҡайта. Шуға ла был көндө бай табын менән, таҙалыҡта һәм татыулыҡта ҡаршылау зарур.
Төрки һәм иран телле халыҡтарҙы берләштергән Науруз байрамы быйыл да беҙҙе дәртле бейеүҙәре, моңо, тәмле-татлы һыйҙары менән ҡаршы алыр.
25 март көнө Өфө ҡалаһының “Ҡашҡаҙан” ял итеү паркында Науруз байрамынан ситтә ҡалмағыҙ! Сара 13.00 сәғәттә башлана.