Ауыл клубтары быйыл 53 миллион һумлыҡ ярҙам аласаҡ. Бының өсөн уларға “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына инергә кәрәк. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Урындағы мәҙәниәт йорто”, “Театр - балаларға” һәм “Бәләкәй ҡалалалар театрҙары” программалары быйылдан “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына берләштерелде. Бөгөн уны ғәмәлгә ашырыу буйынса йәмәғәт советы ултырышы үтте. Быға тиклем партияның 25 проекты булһа, хәҙер эреләтеп, 14-кә ҡалдырылды. Театрҙарҙан тыш, "Ҡала мөхите” һәм “Бәләкәй ҡалалар парктары” берләште. Ә "Мәғарифте яңыртыу" менән "Балаларға - баҡсалар" проекттары "Яңы мәктәп" тип йөрөтөләсәк.