Башҡортостанда Милли кейем көнөнә арналған саралар

Башҡортостанда Милли кейем көнөнә арналған саралар

 2020 йылдан Башҡортостанда Милли кейем көнөн билдәләйҙәр. Байрам төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың традицияларына һәм мәҙәниәтенә тағы ла бер тапҡыр мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Уны йылына ике тапҡыр - апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләйҙәр. Уны быйыл икенсе тапҡыр байрам итеү  8 сентябргә тура килә.

Был көндө Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында Башҡортостандың күп милләтле халҡының традицион кейемдәренә арналған сағыу программа тәҡдим итә. Балалар һәм өлкәндәр өсөн 15.00 сәғәттән башлап сәйләндән, кейеҙҙән, күндән, керамиканан, ҡағыҙҙан һәм башҡа материалдарҙан кейем-һалым һәм биҙәүестәр этно-элементтарын эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре эшләй башлаясаҡ. Әбйәлил районынан тарихи костюм һәм йорт йыһаздарын һаҡлаусылар ҡатын-ҡыҙ түшелдеректәре экспозицияһын тәҡдим итәсәк һәм боронғо башҡорт күлдәген нисек дөрөҫ кейергә өйрәтәсәк. Фонтан алдындағы майҙанда 15:00 сәғәттә төрлө халыҡ бейеүе буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.

Йәйге эстрада сәхнәһендә тарихи костюм, шулай уҡ Өфө дизайнерҙарынан һәм «Ағиҙел» предприятиеһынан заманса коллекциялар күрһәтелә. Байрамдың махсус ҡунаҡтары - «Евразия ауазы» Бөтә Рәсәй музыкаль проекты еңеүселәре Наталья Дзыга (Удмуртия), «Саль» төркөмө (Карелия), Марат Татурас (Башҡортостан) һәм «Сокол» казак төркөмө (Мәскәү). Концертты Өфөлә илдәге иң популяр этноблогер-миллионник, "Милли акцент" һәм "Евразия йондоҙо" проекттары авторы Маргарита Лянге алып бара. Ул сәхнәлә сығыш яһаясаҡ халыҡтар тураһында ҡыҙыҡлы факттар һөйләйәсәк һәм тамашасылар, яҙылыусылары менән аралашасаҡ.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «ЭТНО стилендә көн» акцияһы үтәсәк. Сарала ҡатнашыусыларға республикала йәшәүсе халыҡтарҙың милли кейемдәре хаҡында һөйләй, ҡурай эшләү,  кәрзин үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре була. Ҡунаҡтар өсөн был көндө халыҡ бейеүҙәре буйынса флешмобта ҡатнашыу мөмкинлеге тыуасаҡ, башҡорттоң традицион образын кейеп, фотоға төшә аласаҡ. Өфө ҡалаһының үҙәкләштерелгән күмәк китапханалар системаһы  7 сентябрҙән 13-нә тиклем офлайн һәм онлайн-форматтарҙа бер нисә сара әҙерләй.

9 сентябрҙә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тамашасыларҙы М. Буранғоловтың "Башҡорт туйы" спектакленә саҡыра. Сара киске сәғәт 6-ла башлана. БР Милли әҙәбиәт музейының филиалы - Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың музейы, Ҡырмыҫҡалы районында ҡунаҡтарҙы “Мелодичный звон сулпы” милли биҙәүестәр күргәҙмәһе асылыуға көтә. Бында шулай уҡ янсыҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Салауат дәүләт башҡорт драма театры «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми сәхифәһендә актёрҙар ҡатнашлығындағы видеоролик тәҡдим итә. Сара көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.

Республика халыҡ ижады үҙәге "Мәҙәниәтте яратыусылар" милли кейем көнөнә арналған акция иғлан итә. Акция сиктәрендә ойоштороусылар Өфө халҡына республика халыҡтарының милли кейемдәре  һорау алыу үткәрә. Һорау алыу - интервью (видеоролик) һөҙөмтәләре "Бәйләнештә" социаль селтәрендә баҫылып сығасаҡ. 

Өфө «Нур» дәүләт театры был байрамға бер нисә сара әҙерләне. 11 сентябрҙә «Костюмда - халыҡ күңеле» проектында иртәнге сәғәт 10-да тамашасылар милли драматургия пьесалары буйынса спектаклдәрҙән фотолар ҡарай ала. Рәссам Нурия Ғәбиҙуллина һәм Әлиә Байрамғолованың хикәйәһендә костюмдар тарихына экскурсия көндөҙгө сәғәт 12-лә «Татар костюмы тарихы» онлайн-лекцияһында күрһәтелә. Театр артистары милли костюмдар күрһәтәсәк. Рәссам Нурия Ғәбиҙуллина традицион костюмдың колориты һәм матурлығы тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләйәсәк. Татар милли кейеменең «Дефиле»һын пабликаларҙа онлайн ҡарарға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb