Башҡортостанда “Мин яратам һине, тормош!” фестивале дауам итә

Башҡортостанда “Мин яратам һине, тормош!” фестивале дауам итә

Башҡортостанда оло йәштәгеләр араһында “Мин яратам һине, тормош!” фестивале дауам итә. 18 апрелдә  ижади конкурстың зона этабы Архангель районында уҙҙы. Сарала Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, Хәйбулла, Белорет, Архангель райондарынан, Межгорье, Сибай ҡалаһынан һәүәҫкәр артистар ҡатнашты.

 Хаҡлы ялдағылар йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтте, шулай уҡ ҡул эштәренән күргәҙмәләр ойошторолдо. Фестивалдә 55 йәштән өлкәндәр сығыш яһаны. Һайлап алыу этаптары республиканың ете зонаһында  үтәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb