Башҡортостанда «Минең телем — дуҫлыҡ теле» акцияһы башланды

Башҡортостанда «Минең телем — дуҫлыҡ теле» акцияһы башланды

Башҡортостанда «Минең телем — дуҫлыҡ теле» республика акцияһы башланыу тураһында иғлан ителде.  Акция 12 декабрь көнө көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана, был сара республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә бер үк ваҡытта үтәсәк.

Ижади проект асыу тантанаһы 12 декабрь көнө Хәсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙасаҡ. Ҙур күләмле сарала Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре — яҙыусылар, актерҙар, музыканттар, йырсылар  ҡатнашыуы көтөлә.

«Минең телем — дуҫлыҡ теле» республика акцияһы башҡорт, рус һәм республикала йәшәгән башҡа халыҡтар телдәрендә Тыуған ил, туған тел тураһында шиғырҙар һөйләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Проект шарттары буйынса ҡатнашыусы милли уйын ҡоралында уйнарға, йә милли кейемдә сығыш яһарға тейеш.

Акцияла теләгән һәр теләгән кеше ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн #минеңдуҫлыҡтелем#Bashkortostanmkrb #туғантел тигән рәсми билдәләр менән сығыштың видеояҙмаһын «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмгә һалырға кәрәк. Уны берҙәм стандарт — ғариза буйынса тултырыу мөһим.

«Бәйләнештә»ге төркөмдөң модераторҙары ай һайын иң күп «лайк» йыйған ҡатнашыусыны билдәләйәсәк, видеояҙмалар «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» республика интернет-порталында донъя күрәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb