Башҡортостанда «Музыкаль этномозаика» акцияһы башланды

Башҡортостанда «Музыкаль этномозаика» акцияһы башланды

Республика халыҡ ижады үҙәге Милли кейем көнөнә арналған «Музыкаль этномозаика» акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡортостан Республикаһында  2020 йылдан алып Милли кейем көнө йылына ике тапҡыр уҙғарыла: апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында. Быйыл байрам 9 сентябргә тура килә.

Милли кейем көнө халыҡтарҙың йолаларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡабат мөрәжәғәт итеүгә сәбәп бирә. Акция ҡағиҙәләре буйынса, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Сараға ҡушылыу өсөн ниндәй ҙә булһа милли кейем кейеп, боронғо халыҡ музыка ҡоралында 2-3 минутлыҡ композиция башҡарырға кәрәк.

Музыкаль әҫәр үҙаллы һайлана. Видеороликты #МузыкальнаяЭтноМозаикаБашкортостана #ДеньНациональногоКостюма #УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #МКРБ хэштегтары менән  социаль селтәргә ҡуйырға кәрәк.Акцияны 2022 йылдың 9 сентябренә тиклем дауам итә. Иң үҙенсәлекле видеороликтар Республика халыҡ ижады үҙәгенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ҡуйыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb