Башҡортостанда Мәҙәниәт йорттары яңы ҡорамалдар менән тулылана

Башҡортостанда Мәҙәниәт йорттары яңы ҡорамалдар менән тулылана

Башҡортостанда мәҙәниәт йорттарына яңы ҡорамалдар ҡайтарыла. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Урындағы мәҙәниәт йорто” проекты буйынса быйыл беҙҙең республикаға 46 миллион һум аҡса бүленгән.

Төбәк ҡаҙнаһынан өҫтәмә 5 миллион һум йүнәлтелгән, тип хәбәр итәләр Республика Хөкүмәтенән. Ошо суммаға республикала 32 мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы нығытыласаҡ.

Мәҙәниәт йорттарына музыкаль һәм яҡтыртыу ҡорамалдары, сәхнә кейемдәре ҡайтарыла. Әлеге ваҡытта Әбйәлил, Йылайыр, Өфө, Бөрйән, Ҡыйғы, Бөрө һәм башҡа райондарҙа мәҙәниәт йорттары яңыртылған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb