Башҡортостанда «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә дүрт виртуаль зал асыла

Башҡортостанда «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә  дүрт виртуаль зал асыла

2023 йылда «Һанлы мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә дөйөм суммаһы 5,6 миллион һумға (шул иҫәптән федераль бюджеттан 900,0 мең һум) торошло дүрт виртуаль концерт залы булдырыла.

БР Мәҙәниәт министрлығының матбуған хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яңы виртуаль концерт залдары Күмертау ҡалаһының 3-сө моделле китапхана-филиалында; Салауат ҡалаһының 7-се моделле балалар китапхана-филиалында, Благовещен районының мәҙәниәтте үҫтереү үҙәгендә һәм Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрында барлыҡҡа киләсәк.

“Бөтә Рәсәй виртуаль концерт залы” – Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының һәм Мәскәү дәүләт академия филармонияһының уникаль проекты. Ул академик музыка сәнғәтен яңы кимәлгә сығарыу мөмкинлеген бирә.

"Мәҙәниәт" милли проекты тормошҡа ашырыла башлағандан алып Башҡортостанда һигеҙ виртуаль концерт залы асылған. Тимәк, быйыл уларҙың һаны 12-гә етәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb