Башҡортостанда мәҙәниәт учреждениеларына академия исемен биреү тураһында яңы положение раҫланды. Республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Яңы статус алыу өсөн мәҙәниәт учреждениеһы 25 йылдан ашыу эшләргә, штатта 120-нән күберәк кеше, уларҙың 65% юғары белемле булырға тейеш. Шулай уҡ исемгә дәғүә итеүсе учреждение халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика форумдарында, фестивалдәрендә, конкурстарында, концерт эшмәкәрлегенә һәм театр сәнғәтенә булышлыҡ итеү буйынса федераль программаларҙа ҡатнашырға, төрлө кимәлдәге конкурстар һәм фестивалдәр үткәрергә, Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәргә сығырға, интернетта үҙҙәренең концерттарын һәм спектаклдәрен күрһәтергә, киң мәғлүмәт сараларының көн тәртибендә булырға тейеш.
Был исем мөҙҙәтһеҙ бирелә.