Башҡортостанда Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрәсәктәр

Башҡортостанда Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрәсәктәр

Режиссер Булат Йосопов Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған фильм төшөрәсәк. Картинала әҙиптең көндәлектәрендә тупланған хәтирәләре төп урынды аласаҡ, шуға ла проекттың пилот атамаһы «Шағир көндәлеге» тип атала.

Режиссер Булат Йосопов «Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров фильмды төшөрөүҙә ярҙам күрһәтергә тигән бойороҡ бирҙе. Быйыл йыл аҙағына, бәлки сентябрҙә үк фильмға әҙерлек эштәре башлаясаҡбыҙ. Ғинуар-февраль айҙарында кино төшөрә башлаясаҡбыҙ. 2021 йылда “Көмөш Аҡбуҙат” фестиваленә фильм әҙер буласаҡ тип ышанам. Был Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл – юбилей датаһына һәйбәт бүләк буласаҡ», - тине.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb