Башҡортостанда Рәсимә Ураҡсина ижадына арналған конкурс үтә

Башҡортостанда Рәсимә Ураҡсина ижадына арналған конкурс үтә

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана “Рәсәй балалар фонды” бөтә Рәсәй изгелек фондының Башҡорт республика бүлексәһе менән берлектә Рәсимә Ураҡсинаның ижадына арналған республика конкурсын иғлан итә. Ул шағирәнең тыуыуына 70 йыллыҡҡа бағышланған.

Конкурста 8-17 йәшлек балалар, БР китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала.

Конкурс 3 номинацияла үтә:

  • Шағирәнең шиғри йыйынтыҡтарына бағышланған һүрәттәр, иншалар,
  • Рәсимә Ураҡсина шиғырҙарына яҙылған йырҙар буйынса һүрәттәр, иншалар,
  • Рәсимә Ураҡсинаның балалар өсөн пьесалары буйынса һүрәттәр, иншалар.

Конкурсҡа эштәр 15 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙең исемдәре 30 ноябргә тиклем билдәленәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb