Башҡортостанда Сергей Аксаковтың 232 йыллығына арналған тантаналар үтә

Башҡортостанда Сергей Аксаковтың 232 йыллығына арналған тантаналар үтә

Быйыл Сергей Аксаковтың 232 йыллығына арналған тантаналар Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Бәләбәй, Дәүләкән райондарында үтте. Иҫтәлекле дата хөрмәтенә Дәүләкәндә тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы биләмәһендә рус яҙыусыһына һәйкәл асылды.

Тантанаға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Белоруссиянан һәм Германиянан ҡунаҡтар килде. Бюсты асыу хоҡуғы уны ҡуйыу инициаторы, Аксаков фонды рәйесенең беренсе урынбаҫары Вячеслав Аброщенкоға, Рәсәй Геройы Николай Гавриловҡа, Дәүләкән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Юрий Кузнецовҡа бирелде.

Бәләбәй районының Надеждин ауылы күптән көтөлгән XXXIII Халыҡ-ара Аксаков байрамында ҡатнашыусыларҙы ҡыңғырау сыңы менән ҡаршы алды. Был юлы ул Аксаковтар нәҫеленән Надеждин ауылынан берҙән-бер Иван Сергеевич Аксаковтың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған.

Ҡырмыҫҡалы районында делегация Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күргәҙмә залында булды һәм легендар яҡташыбыҙҙың һәйкәленә сәскәләр һалды, һуңынан Ҡарлыман ауылындағы Шәриф Бикҡолдоң Йорт-музейы буйлап, Ҡырмыҫҡалы ауылының Еңеү паркында экскурсияға сыҡты.

Почетлы ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы һәм хәрби хеҙмәт барышында һәләк булған яугирҙәрҙе хөрмәтләп иҫкә алды. Һуңынан ҡунаҡтар Иҫке Кейешке ауылына (элекке Сергеевка) юлланды, унда буласаҡ яҙыусы Сергей Аксаковтың бала сағы үтә.

Зубов ауылында "Аксаковские строки воспевая" фольклор байрамы үтте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb