Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары исемдәре билдәләнде

Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары исемдәре билдәләнде

Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтынан хәбәр итеүҙәренсә , https://pravitelstvorb.ru/ba    республикала әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары исемдәре билдәләнде. 26 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда 2015-2016 йылдар өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы буйынса комиссияның йомғаҡлау ултырышы үтте.

Шәйехзада Бабич исемендәге премия художестволы әҙәбиәт; һынлы сәнғәт; театр, музыка, эстрада, цирк сәнғәте һәм хореография; кинематография; архитектура өлкәһендәге әҫәрҙәр өсөн тапшырыла.

Премия менән бүләкләүҙең төп маҡсаты – Башҡортостан Республикаһының үҫешенә ҙур өлөш индергән йәш яҙыусыларҙы, рәссамдарҙы, артистарҙы, музыканттарҙы, архитекторҙарҙы һәм режиссерҙарҙы дәртләндереү.

Быйыл йәштәр премияһына 15 эш тәҡдим ителде, шуларҙың 10-ы – сәнғәт, дүртәүһе – әҙәбиәт, берәүһе архитектура өлкәһендә. Комиссияның 5 сентябрҙә үткән беренсе ултырышы йомғаҡтары буйынса, конкурста артабан ҡатнашыу өсөн 10 ғариза һайлап алынды. 

Премияның күләме 150 мең һум тәшкил итә. Ул ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. 2015-2016 йылдар өсөн премия лауреаттары:

– Шаммасов Алмас Рауил улы – «Өй түбәмдә күгәрсендәр» китабы өсөн;

– «Хыялға ҡаршы» спектаклен профессиональ кимәлдә ҡуйғандары һәм башҡорт театр сәнғәтен танытҡандары өсөн Илсур Ҡаҙаҡбаев, Урал Әминев, Ринат Баймырҙин, Артур Кәбиров, Фәнис Рәхмәтовтан торған ижади коллектив;

– Хәсбиуллина Алһыу Афған ҡыҙы – хор сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb