Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүгә документтар ҡабул ителә

Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүгә документтар ҡабул ителә

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу буйынса комиссия документтар ҡабул итә башланы.

 Премия  2017 йылдың сентябренән 2018 йылдың авгусына тиклем сығарған иң яҡшы әҫәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына тапшырыла.

Дәғүәселәрҙән материалдар 1 сентябргә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостан Журналистар союзы, 912-се офис (Матбуғат йортоноң 9-сы ҡатында). Телефон (факс): (347) 276-42-66.  

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия — Башҡортостан Республикаһының журналистика өлкәһендәге иң яҡшы ижади эштәргә йыл һайын бирелә торған премия.

Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ижади эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында Башҡортостан Журналистар союзы тарафынан 1989 йылдың 8 апрелендә булдырыла. Ул бер йыл арауығында иң яҡшы тип табылған әҫәрҙәре өсөн айырым журналистарға йә авторҙар коллективына бирелә.

Был әҫәрҙәр гәзит һәм журналдарҙа баҫылырға, радио һәм телевидение аша тапшырылырға һәм китап булып донъя күрергә мөмкин. Республика ижади конкурсында еңеүселәргә «Журналистар союзының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты» тигән исем бирелә, уларға быны раҫлаған диплом һәм күкрәккә тағыла торған билдә бирелә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb