Башҡортостанда Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре башлана

Башҡортостанда Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре башлана

Башҡортостанда 24 майҙа Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре асыла. Сара 29 майға тиклем дауам итәсәк. Республика район-ҡалаларында конференциялар, күргәҙмәләр, концерт, ижади кисәләр һәм башҡа күп кенә тамашалар үткәреү күҙаллан­ған. Бөгөн Краснокама районы үҙәгендә "Кирилл һәм Мефодий" тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторола. 21 майҙа бында республика фольклор байрамын уҙғарыу планлаштырылған. Шул уҡ көндә Бәләбәй районында йәнә бер фольклор байрамы була. Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре уңайынан байрам концерты майҙың 24-ендә Өфөлә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтә. 29-ында иһә Өфө районында боронғо рус йырҙары байрамы ойошторола.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb