Башҡортостанда славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре башланды

Башҡортостанда славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре башланды

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре уҙғарыла. Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, байрам саралары бөгөн Бәләбәй районы Надеждино ауылында башланып китте.

19 майҙа иһә Краснокама районы Николо-Березовка ауылында "Никола Вешний" тигән Республика фольклор байрамы уҙасаҡ. Сарала Татарстан, Удмурт республикалары, Пермь крайы вәкилдәренең дә ҡатнашыуы көтөлә.

26 майҙа Өфө районы Ҡыҙылъяр ауылының 400 йыллығына һәм славян яҙмаһы барлыҡҡа килеүҙең 1 мең 155 йыллығына арнап боронғо рус йырҙары фестивале уҙғарыласаҡ. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb