Башҡортостанда Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре үтәсәк

Башҡортостанда Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре  үтәсәк

Башҡортостан Хөкүмәтенең бойороғо менән республикала Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәрен уҙғарыу программаһы раҫланды. 12-26 май көндәрендә Башҡортостанда Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәрен байрам саралары уҙасаҡ.

Байрам саралары 12 майҙа Краснокама районының Николо-Березовка ауылында башланасаҡ. Николо-Березовка асыҡ республика марафоны, «Никольск сиркәүе» еңел атлетика уҙышы үтәсәк.

18 майҙа Бәләбәй районының Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәгендә «Ҡыңғырауҙарҙың яғымлы тауыштары» фольклор байрамы ойошторола.

19 майҙа Краснокама районында «Никола Вешний» республика фольклор байрамы уҙа.

20 майҙа Бәләбәйҙә «Беҙ — славяндар!» V муниципаль славян мәҙәниәте фестивале старт ала.

22 майҙа Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында – «Славян моңдары», Өфөнөң ҡала мәҙәниәт һарайында Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнөнә арналған ҡала концерты уҙасаҡ.

24 майҙа Өфөлә И.Якутов исемендәге паркта Башҡортостан Республикаһында Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәрен байрам итеүгә арналған байрам концерты, 26 майҙа Славян яҙмаһы барлыҡҡа килеүҙең 1155 йыллығына һәм Ҡыҙыл Яр ауылының 400 йыллығына арналған Боронғо рус йыры республика фольклор байрамы уҙасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb