Башҡортостанда "Сәнғәт төнө" акцияһында 22 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан

Башҡортостанда "Сәнғәт төнө" акцияһында 22 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан

4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә, "Сәнғәт төнө" Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһы ойошторолдо. Йолаға әүерелгән сараның быйылғы девизы “Сәнғәт берләштерә” тип аталды.

Акцияның иң әүҙем ҡатнашыусылары – республика музейҙары. Республика, ҡала һәм район музейҙарында был кистә төрлө күргәҙмә, оҫталыҡ дәресе, осрашыу, йәрминкәләр уҙҙы.

Башҡортостандың Милли музейы һәм уның филиалдары бай йөкмәткеле саралар әҙерләгәйне. Нестеров исемендәге художество музейы, Әҙәбиәт музейы, Хәрби Дан музейы ла халыҡҡа үҙ программаһын тәҡдим итте.

Театрҙар, концерт ойошмалары ла саранан ситтә ҡалманы - онлайн һәм оффлайн форматта эшләне.

Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениеларында акцияла ҡатнашыусылар һаны 22 мең кешенән ашты.

 

Башҡортостанда "Сәнғәт төнө" акцияһында 22 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан
Башҡортостанда "Сәнғәт төнө" акцияһында 22 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан
Башҡортостанда "Сәнғәт төнө" акцияһында 22 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан
Башҡортостанда "Сәнғәт төнө" акцияһында 22 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан
Башҡортостанда "Сәнғәт төнө" акцияһында 22 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан
Башҡортостанда "Сәнғәт төнө" акцияһында 22 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb