Башҡортостанда сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтовты иҫкә алалар

Башҡортостанда сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтовты иҫкә алалар

Республикала шағир-импровизатор, сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтовтың (1881-1964) тыуыуына 140 йыл тулыуҙы байрам итеү сиктәрендә бер нисә сара үтәсәк.

Атап әйткәндә, түбәндәге ваҡиғалар көтөлә:

- сәсән тураһында электрон йыйынтыҡ нәшер итеү;

- сәсән ижад иткән шиғырҙар буйынса онлайн-флешмобты уҙғарыу;

- сәсәндәрҙең Вәлиулла Ҡоломбәтов тураһында сығыштары тупланған буклеттың исем туйы;

- китап күргәҙмәһен асыу;

- мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашлығында ике түңәрәк өҫтәл ойоштороу;

- шулай уҡ видеоконференция үткәреү ҡаралған.

Саралар быйыл август-сентябрь айҙарында үтәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb