Өфөлә 22-24 апрель көндәре Башҡортостанда Татарстан башҡорттары көндәре үтә. Күрше республикала йәшәгән милләттәштеребеҙҙең мәҙәниәт көндәре уҙғарыу матур йолаға әүерелде.
Сара бай эстәлекле программа менән үтәсәк. Ҡунаҡтарға музейҙар, мәҙәниәт ойошмалары, уҡыу йорттары һәм ҡаланың билдәле урындары буйлап экскурсия көтә.
Башҡортостан Милли музейында ил төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар көнкүреше темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторола, ә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Татарстан башҡорттары сәнғәт оҫталары концерты үтә.
Быға тиклем Өфөлә Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар, Свердловск өлкәләре һәм Пермь крайы башҡорттарының мәҙәниәт көндәре үткәрелде.