2025 йылдың 24 мартынан 29 мартына тиклем Өфө тамашасылары «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль проектының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» һәм «Балаларға театрҙар» проекттарына ярашлы ҡуйылған премьераларҙы ҡараясаҡ.
Театр декадаһы барышында баш ҡала майҙансыҡтарында республиканың туғыҙ коллективының (Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Арыҫлан Мөбәрәков исмендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры, Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры, Салауат дәүләт башҡорт драма театры, Туймазы дәүләт татар драма театры, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Дәүләт рус драма театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Өфөләге Йәш тамашасы театры) ун спектакле күрһәтеләсәк.
Йылдың иң сағыу ваҡиғаларының береһе – Театр декадаһынан ситтә ҡалмағыҙ. Спектаклдәр теҙмәһе менән ошо мәғлүмәткә беркетелгән программа аша танышығыҙ.