Башҡортостанда Театр йылы 13 декабрҙә старт ала

Башҡортостанда Театр йылы 13 декабрҙә старт ала

2019 йылға иғлан ителгән Театр йылын асыу тантанаһы Бөтә Рәсәй буйынса 13 декабрҙә үтәсәк. 
Был көндө Башҡортостандың барлыҡ театр усаҡтарында төрлө саралар уҙғарыласаҡ: тематик күргәҙмәләр һәм квест, мастер-кластар һәм яратҡан артистар менән фотосессия, экскурсиялар, театрлаштырылған тамаша һәм, әлбиттә, премьера спектаклдәре күрһәтеләсәк. 

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры был көндө «Урал батыр» эпосы буйынса сәхнәләштерелгән премьера тәҡдим итә.Ҡуйыусы режиссер Андрей Борисов. Спектакль республиканың 100 йыллығына һәм театрҙың юбилейына арналған. Спектакль 19.00 сәғәттә башлана. Театр фойеһында премьераға килеүселәр өсөн театр оркестры төрлө спектаклдәрҙән өҙөктәр яңғыратасаҡ. Тамашасыларға махсус фотозона ойоштороласаҡ, башҡорт халыҡ костюмдарын кейеп фотоға төшөргә мөмкин буласаҡ. «Урал батыр» эпосы темаһына викторина уҙғарыу ҡаралған.  

Экспозиция залында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған рәссам-бутафор, БР атҡаҙанған хеҙмәткәре Анатолий Жучковтың күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин буласаҡ, шулай уҡ  театр музейында Мостай Кәримгә һәм театрҙың тарихына арналған тематик күргәҙмә эшләйәсәк.

Театр буфетында башҡорт көнкүреше -башҡорт тирмәһендә актерҙар  махсус «театр» менюһын тәҡдим итәсәк. Сара 18.00 сәғәттә башлана.

Башҡортостан республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 14 ноябрҙә үҙ тамашасыларын көтә. Театр коллективы Зәйнәб Биишева әҫәре буйынса әҙерләнгән «Мөхәббәт һәм нәфрәт» спектаклен тәҡдим итә. Спектакль 19.00 сәғәттә башлана. Бында шулай уҡ Зәйнәб Биишеваның  тормошо һәм ижадына арналған китап күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Башҡортостан «Китап» нәшриәте сығарған баҫмалар тәҡдим ителәсәк.  Фойела театрҙың  инструменталь квартеты популяр классик әҫәрҙәр башҡарасаҡ.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры был көндө мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән 11.00 сәғәттә «Мин театр яратам» исемле белем биреү квесты менән башлаясаҡ. Квест театр тарихына арнала.

Театрҙың ҙур тамаша залдары буйлап экскурсия, театр һөнәрҙәре менән таныштырыу ҡаралған.Дирижер, оркестр артисы, нота  китапханасыһы кеүек һөнәрҙәр менән уҡыусылар танышасаҡ. Шулай уҡ цехтар буйынса экскурсия үткәреләсәк. Грим, классик бейеү һәм хор буйынса мастер-класс ошоштороласаҡ. «Эрмитаж» күргәҙмәләр залында Башҡортостан рәссамдарының  күргәҙмәһе эшләйәсәк.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Кесе залда 16.00  сәғәттә «Етем төлкө » спектаклен тәҡдим итә. Ә 18.00 сәғәттә Ҙур залда «Зөбәржәт ҡалаһының тылсымсыһы» спектакленең премьераһы сәхнәләштереләсәк. Көндөҙ, 11.00 сәғәттә  «Беҙҙең киләсәк» хәйриә фонды менән берлектә «Урман йәрминкәһе» спектакле күрһәтелесәк. Әҫәр социаль яҡланмаған балалар өсөн тәғәйенләнгән, спектакль БДАУ-ның Йәштәр һарайында ҡуйыласаҡ.

Фойела «Театр балалар өсөн» күргәҙмәһе эшләйәсәк, «Ҡурсаҡлы кухня» уйын программаһы тәҡдим ителәсәк.

Башҡортостан республикаһының Рус дәүләт академия драма театры Н.С.Лесковтың «Крепостной» хикәйәһе буйынса премьера әҙерләй. Спектаклдең режиссеры – И. Ғилязев. Шулай уҡ театр коллективы тамашасылар өсөн тематик Театр йылын асыуға арналған күргәҙмә, «Театр- яратҡан тамашасылар өсөн!» акцияһын тәҡдим итә. Сара сиктәрендә театр актерҙары ҡатнашлығында  викторина ойоштороу ҡаралған.

 «Нур» Өфө дәүләт татар театры тамашасыларға премьера әҙерләй, 19.00 сәғәттә “Отошло тормош” спектаклен ҡуя. Спектаклдең режиссеры Байрас Ибраһимов. 18.00 сәғәттә театр фойеһында Театр йылына арналған фотокүргәҙмә эшләй, театрҙың тарихына арналған экскурсия үткәреләсәк.

Салауат башҡорт драма театры 19.00 сәғәттә "Йәннәт һулышы"спектакленең премьраһын тәҡдим итә.  Спектаклдең режиссеры-И. Казакбаев .Тамашасылар өсөн халыҡ театры артистары ҡатнашлығындағы концерт тәҡдим ителәсәк. Саралар 18.00 сәғәттә башлана.

Сибай дәүләт башҡорт драма театры "Тере тупраҡ" спектаклен әҙерләгән (И. Дилмөхәмәтов, реж.Ә.Ә.Нәҙерғолов).  Спектаклдән һуң тамашасылар яратҡан актерҙары менән иҫтәлеккә фотоға төшә аласаҡ. Фойела театр музейы экспонаттары күргәҙмәһе тәҡдим ителәсәк.

Сибай дәүләт концерт-театр берекмәһе «Ҡәнифә юлы» спектаклен ҡарарға саҡыра. Әҫәрҙе сәхнәгә уйыусы режиссер З. Сөләймәнов. Был көндө программа буйынса аквагрим һалыу буйынса мастер-класс, фотосессиялар, театрлаштырылған тамашалар күрһәтеү ҡаралған.

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе  С. Ильясовтың "Биғылый" спектаклен ҡарарға саҡыра. Күптән түгел, 29 ноябрҙә  премьера аншлаг менән үтте.Театр афишаларына һәм фотоматериалдарына  арналған  күргәҙмә эшләйәсәк. Театр фойеһында инструменталь ансамбль спектаклдәрҙән билдәле өҙөктәр яңғыратасаҡ.

Стәрлетамаҡ дәүләт театрында билдәле рәссам, СССР художниктар союзы ағзаһы, Ховралев Владимир Алексеевичтың  күргәҙмәһе асыла. «Театр һөйөүселәр клубы» ағзалары менән осрашыу ойоштороласаҡ. Сара 19.00 сәғәттә башлана.

Туймазы татар дәүләт драма театры тамашасыларын «Мөғжизәле театр донъяһы» исемле тамаша көтә, «Игеҙәктәр», , «Өс мөхәббәт тарихы», «Еҙнәкәй”спектаклдәрҙән өҙөктәр тәҡдим ителәсәк. Ошо көндө Театр йылына арналған балалар һүрәте конкурсы асыласаҡ. Фойела театр эскиздары, спектакль макеттары, костюмдарҙан торған күргәҙмә эшләйәсәк. Шулай уҡ театрҙың бәләкәй залында Туймазы тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән берлектә рәссамдарҙың эштәре ҡуйылған күргәҙмә эшләйәсәк. Башлана 18.00 сәғәттә.

Башҡортостанда Театр йылына рәсми рәүештә старт биреү өсөн республика халҡын тантаналы сараларҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb