Башҡортостанда «Туған тел илселәре» акцияһы башланды

Башҡортостанда «Туған тел илселәре» акцияһы башланды

Башҡортостанда «Туған тел илселәре» республика акцияһы башланды. Уның ойоштороусылары - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы һәм БР Мәҙәниәт министрлығы.

Акция барышында мәктәп йәшендәге балалар менән халҡыбыҙ мәҙәниәтен һәм телебеҙҙе республика музейҙары нигеҙендә өйрәнеү ҡаралған. Акция 25 декабргә тиклем онлайн форматта дауам итәсәк.

Әлеге ваҡытта интерактив дәрестәрҙе төшөрөү башланды.  Баймаҡ районындағы Темәс тарих-крайҙы өйрәнеү музейы һәм Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылындағы Зәйнәб Биишеваның йорт-музейынан материал тупланған. Киләһе дәресте 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы музейында төшөрөү планлаштырылған.

Дәрестәр «Туған тел донъяһы» сайтында урын аласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb