14 февралдән 21-нә тиклем Республика халыҡ ижады үҙәге Башҡорт теле көнөнә арналған ике мауыҡтырғыс флешмоб уҙғара.
«Моңло ла ул, бай ҙа...» ғаилә ижады флешмобы йыр-моңға маһир ғаиләләрҙе саҡыра. Ҡатнашыу шарттары ябай:
- ата-әсә һәм балалар бергәләп музыкаль сығыш яһап, видеоға яҙҙыра,
- яҙманы «Бәйләнештә» йә Instagram социаль селтәрендәге сәхифәләренә һала һәм рәсми хештегтар менән билдәләй: #ФлешмобСемейногоТворчества #РЦНТРБУфа #МКРБ #РЦН.
«Тылсымлы һүҙ» онлайн-уйында теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Аҙна дауамында һәр көн ҡатнашыусыларға йомаҡтар тәҡдим ителәсәк. Яуапты табып, һүрәт төшөрөргә һәм, #ВолшебноеСлово #ТылсылмлыҺүҙ #РЦНТРБУфа #МКРБ #РЦНТ хештегын күрһәтеп, социаль селтәргә һалырға кәрәк буласаҡ.
Һөҙөмтәлә барлыҡ уйынсыларҙың һүрәте бер видеоға тупланасаҡ һәм 21 февралдә Республика халыҡ ижады үҙәгенең социаль селтәренә ҡуйыласаҡ.
Тәүге йомаҡты 14 февралдә әйтәсәктәр.