«Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты «Башҡорт күскенселәре мираҫы» өҫтәл уйынын тәҡдим итте.
Ресурстар эҙләүҙә уйын буйлап йөрөгәндә ҡатнашыусылар республикабыҙ өсөн мөһим урындар, «Урал батыр» эпосы менән танышасаҡ һәм тирмәләр төҙөй аласаҡ. Уйынсылар Өфө, «Торатау» һәм «Янғантау» геопарктары, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Стәрлетамаҡ һәм Башҡортостандың башҡа урындары хаҡында күберәк белә ала.