Республика халыҡ ижады үҙәге әҙерләгән проект 9 миллион һумлыҡ төбәк башлығы грантына лайыҡ булды. Ведомствонан белдереүҙәренсә, “URALFEST бер нисә мәҙәни сараны берләштерә. Улар араһында тальян байрамы, “Урал моңо” халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль конкурсы һәм “Уйын” тигән исем аҫтында халыҡ байрамы бар.
“Урал моңо” фестивале Өфөлә 26-28 майҙа ойошторола. Унда Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдованан башҡарыусылар килеүе көтөлә. Тальян байрамы һәүәҫкәр һәм профессиональ коллективтар, гармунсылар, вокал һәм хореография ансамблдәрен саҡыра. Ә “Уйын” байрамы һабантуй булараҡ ойошторола, унда халыҡ һәм милли уйындары тәҡдим ителәсәк.
“URALFEST” республика брендына әүерелеүе ихтимал, ул Башҡортостанда 2020 йылда үтәсәк “Бөтә донъя Фольклориадаһы”на әҙерлек сараһы булып тора, тип белдерәләр халыҡ ижады үҙәгенән.