Башҡортостанда “Урындағы мәҙәниәт йорто” проектына старт бирелде

Башҡортостанда “Урындағы мәҙәниәт йорто” проектына старт бирелде

Башҡортостанда “Урындағы мәҙәниәт йорто” проекты үҙ эшен башланы, республика был программала 2017 йылдан алып ҡатнаша.

Башҡортостан “Урындағы мәҙәниәт йорто” проектын тормошҡа ашырыу буйынса ла илдә алдынғылар исемлегендә. Федераль программа “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән ойошторолғайны.

Былтырғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанға проектҡа ярашлы федераль бюджеттан 46 миллион һум аҡса бүленгән. Программала республиканың 32 районы һәм ҡалаһы ҡатнашты. Мәҙәниәт йорттары музыка ҡоралдары, яҡтыртыу ҡоролмалары, башҡа кәрәкле аппаратура менән йыһазландырылды. Шулай уҡ сәхнә кейемдәре һатып алынды, ремонт та үткәрелде.  

Быйылғы программала бер аҙ үҙгәреш бар. Смета әҙер булған осраҡта, мәҙәниәт йортон ремонтларға рөхсәт ителә. Быға тиклем музыка йәки яҡтыртыу ҡорамалдары, сәхнә кейеме һатып алырға ғына рөхсәт ителә ине. Проектта ҡатнашыу өсөн документтар БР Мәҙәниәт министрлығында ҡабул ителә.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb